Прямой эфир:

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә.

Уға Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы ла ҡушыла. Кем еңер?  Быны телевизор ҡараусылар смс тауыш биреү юлы менән хәл итәсәк. Хәйерле иртә, республика  тапшырыуын, яңылыҡтар сығарылыштарын ҡарап барығыҙ. Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы халҡы үҙҙәрен туйындырған да, кейендергән дә мал-тыуарына ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы әҙерләй. Салғы менән тырманы, хатта тракторҙы ла алмаштырған был техниканы Ҡыуандыҡ Әбдрәхимов үҙ ҡулдары менән йыйған. Алтын ҡуллы оҫта ауыл кешеһенең эшен еңеләйткән ҡоролма эшләү уйын күптәнән йөрөткән. Баҡтиһәң, был уның мал йәнле булыуынан килә. Ең һыҙғанып эшләгән кеүек ысын күңелдән ял да итә белә мерәҫтәр. Ата-бабаларҙың йолаларын бында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Мерәҫ ҡыҙы Заһиҙәне Бүздәк районынан егттең ғаиләһе һората килгән. Был яҡтарҙың матурлығына килгән халыҡ та һоҡлана. Мерәҫ ауыл биләмәһенә Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдары ҡарай. Бөтәһе 952 кеше иҫәпләнә. Биләмәлә башланғыс класстар өсөн мәктәп, 54 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, китапхана, мәҙәниәт йорто, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар эшләп килә. Стендап. Мерәҫ халҡының яратҡан урындарының береһе ошо парк. Бында ҡыҙыл китапҡа ингән ҡарағастар үҫә. Ауылдың күрке булған йөҙйәшәр ағастарҙы һаҡлап, киләсәк быуынға еткерер өсөн уның биләмәһе уратып алынған һәм уға “Еңеү паркы” тип исем бирелгән. Халыҡ үҙенсәлекле тәбиғәт мираҫының тарихын да ҡәҙерләп, йәштәргә еткерә килә. Мерәҫ ауылы гөрләтеп донъя көтә. Был хаҡта ауылдың төҙөклөгө, күркәмлеге һәм таҙалығы үҙе үк һөйләп тора. Үҙ хужалығын асҡан эшҡыуарҙар ҙа бихисап. Йыл әйләнәһенә Хафизовтар ғаиләһе ауыл халҡын файҙалы эсемлек менән тәьмин итә. Ауыл алтын өҫтөндә ултырғанға ла, алтын ҡуллы оҫталары, алтынға бәрәбәр кешеләре булғанға ла, “алтын бишек”кә тиңләйҙәр тыуған төйәген улар. Заманында графтар күҙ һалған төбәктең республикала иң яҡшылар исемен алыуҙарына ышаныстары көслө мерәҫтәрҙең.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика