Прямой эфир:

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тиҙҙән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа тапшыра ала

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тиҙҙән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа тапшыра ала.

Быйыл  Рәсәй инвалидтары йәмғиәте тарафынан әҙерлек эштәре башланды. Төбәктәрҙәге һәм райондарҙағы йәмғиәттәргә ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса ярыштар үткәреп, мәғлүмәт туплау йөкмәтелде. Спортсылар бер саҡырым араны йүгереп үтеүгә старт алды. Фестивалгә Республиканың бөтә райондары һәм ҡалаларының мөмкинлектәре сикләнгән граждандары араһынан иң яҡшы спортсылар йыйылды. ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн спортсылар икенсегә йыйыла. Уның тәүге этабы йәйгеһен Бөрйән районында үтте. Иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе билдәләү өсөн фестивалгә һәр  йәмғиәттән  дүрт спортсы сығарылған. Улар был этапта йәҙрәне сәпкә тейҙереү, эстафета, бер саҡырымға йүгереү һәм кәүҙәне иҙәндән күтәреү буйынса ярыша.Һәр команда спортсыларын ҡеүәтләп еңеүгә ынтыла. Кәүҙәне иҙәндән күтәреү буйынса ир егеттәр араһында иң юғары күрһәткес – 80 булһа, түбәнгеһе – 18. Ошо ике күрһәткестең уртаса һанын мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн норматив итеп  ҡабул итергә теләйҙәр. Әлегә тиклем тик сәләмәт кешеләр өсөн генә ГТО нормативтары ҡабул ителһә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн әле бындай программа юҡ.  Нормативтарҙы ҡабул иткәндә шулай уҡ һәр спортсының сәләмәтлек үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Шулай ҙа әлегә спортсылар хәлдәренән килгәнсә бөтә төр этаптарҙы ла үтергә әҙер. Спортсыларҙың бер күрһәткесе лә ГТО нормативтарын тапшырҙы тигән билдә менән баһаланмай. Әлегә бындай төр саралар фестиваль һәм дуҫтарса осрашыуҙар сифатында үтә. Мөмкинлектәре сикләнгәнгәндәр ошо уйындарҙа сынығып, нығынып, көс йыйғандан һуң, киләһе йылдағы ярыштарҙан алтын, көмөш һәм бронза  значоктар менән ҡайтырға ниәтләй.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика