Прямой эфир:

Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде

  • Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда вертолеттар төҙөү өсөн яңы урын билдәләнде.

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Көйөргәҙе районы Ермолаеволағы «Роторфлай» осоу-һынау үҙәге һайлана. Унда вертолеттар йыйыла һәм һынау үтәсәк. Ошо уҡ комплекста пилоттар әҙерләнә, шулай уҡ Ҡытайҙың ДЕА компанияһы етештергән вертолеттарҙы һатыу үҙәге булдырыла. 2013 йылда «Роторфлай» һәм Ҡытайҙың «Утун» компанияһы араһында еңел вертолеттар төҙөлөшө буйынса инвестицион килешеү төҙөлдө. 2014-2015 йылдарға проектҡа 100 миллион һум һалынды, сумманың өстән бер өлөшө осоу-һынау үҙәге төҙөлөшөнә тотонолдо. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика