Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Ҡытайҙың «Диңгеҙҙә хеҙмәттәшлек-2016» күнекмәләре тамамланды. Уның барышында ике ил хәрбиҙәре һыу аҫты кәмәләрен табыу, десант ырғытыу,  ҡулға алынған судноларҙы ҡотҡарыу буйынса таҫыллыҡтарын күрһәтте. Рәсәй оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аҙнанан ашыу дауам иткән  күнекмәләрҙә диңгеҙ пехотаһынан 250 хәрби ҡатнашҡан, 20 берәмек авиатехника, 18 корабль йәлеп ителгән.

Бөгөн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль ассамблеяһы ултырышында ҡасаҡтар һәм мигранттар мәсьәләһе ҡараласаҡ. БМО ойошма ағзаларын ҡасаҡтарҙы мотлаҡ ҡабул итергә һәм уларҙың  хоҡуҡтарын яҡлаусы декларация ҡабул итергә саҡыра. Әммә күп кенә илдәр был документҡа ҡыҡа ҡаршы булыуын белдергән.

Германия канцлеры Ангела Меркель христиан-демократтар партияһының Берлиндың төбәк парламентына еңелеүендә үҙенең ғәйебен таныған. Ул шулай уҡ мигранттар мәсьәләһен хәл иткәндә етди хаталар ебәрелде, тип белдергән.

Америкала ҡояш батареяларында эшләүсе вертолет һынау үткән. Ул ерҙән 30 сантиметрға күтәрелеп 9 секунд һауала эленеп торған. Конструкторҙан киләсәктә был вертолетты камиллаштырырға уйлай. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика