Прямой эфир:

Баш ҡала үҙәгендә утрауҙағы һымаҡ

Баш ҡала үҙәгендә утрауҙағы һымаҡ.

Рудольф Нуриев урамдарында йәшәүселәр йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ юлдарҙың ҡамауында ҡалған. Яңы йортта фатир һатып алып, яҡшы шарттарҙа йәшәргә өмөт иткән кешеләр, батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр. Бөтә донъяға билдәле башҡорт балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев исемен йөрөткән Өфөнөң урамы төпкөл ауылдарҙағы тыҡрыҡты хәтерләтә. Гараждар һәм ағастар араһынан һуҙылған юл водительдәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Бигерәк тә, ямғырҙан һуң ҙур күләүектәр барлыҡҡа килә. Был өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Соҡор-саҡырҙы күрмәй ҡалһаң, автомобилде ремонтҡа алып бараһы ғына ҡала.  Водительдәрҙән нығыраҡ йәйәүлеләр ыҙа сигә. Айырыуса ошо урамдың 14-се йортонда йәшәүселәргә көҙ, яҙ миҙгелдәрендә урамға сығыу ауыр мәсьәләгә әйләнә. Йыйылып ятҡан күләүектәр, мәтеле тупраҡ аша резина итек кейеп кенә кисеп үтерлек. Ҡайһы берәүҙәр алмаш аяҡ кейеме күтәреп йөрөмәҫ өсөн ҡоро юлға сыҡҡансы полиэтилен тоҡтар кейә. Бер йыл элек кенә асфальт япмаһы булған, тик уныһын да яңы ҡалҡып сыҡҡан йорттарға табан юл һалғанда емергәндәр. Урындағы халыҡ дауахана, балалар баҡсаһы, мәктәп кеүек социаль объекттарға, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына барып етер өсөн әллә күпме ҡаршылыҡтар аша үтә. Ә был юл мәктәпкә һәм ҡала үҙәгенә илтә. Яҙлы-көҙлө олоһо ла, кесеһе лә батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр. Етмәһә, йәйәүлеләргә бер яҡтан урман һәм гараждар ултырған, икенсе яҡтан төҙөлөш эштәре барған, яҡтыртылмаған һуҡмаҡтан үтергә тура килә. Был балаларға ғына түгел, хатта өлкәндәргә лә хәүеф тыуҙыра. Йәш балалы әсәләргә лә ҡыйын. Йәйәүлеләр нисек тә булһа юл таба, ә бына коляска менән сыҡҡанда ярҙам һорап кешеләргә мөрәжәғәт итмәйенсә булмай. Батҡаҡ, аунап ятҡан төҙөлөш материалдары, бер-береһенә яҡын ҡуйылған автомобилдәр – былар барыһы ла ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Урындағы халыҡ был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап ҡултамғалар йыйған һәм ҡала хакимиәтенә лә, хөкүмәткә лә, прокуратураға ла мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә һөҙөмтәһеҙ. Әммә кешеләр иртәгәһе түгел, бөгөнгө көн менән йәшәргә теләй. Маршрут автобустары ғына түгел, хатта саҡырылған такси ҙа был йортҡа тиклем килеп етмәй. Ә бит йортта йәшәүселәр араһында күп балалы ғаиләләр, оло йәштәгеләр, инвалидтар ҙа бар. Вәғәҙәне өс йыл көтәләр тигәндәй, тик 2019 йылға ғына йорт тирәһе төҙөкләндереләсәк, асфальт юлдар буласаҡ, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.  Урындағы халыҡҡа түҙемлек туплап,  ҡоро көндәр һәм властарҙан ярҙам көтәһе генә ҡала.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика