Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнъяҡ Каролинала полиция хеҙмәткәрҙәре 43 йәшлек ҡара тәнле ирҙе атып үлтергән. Ошо сәбәпле бында ҡаршылыҡ акциялары башланған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар араһында яраланыусылар бар. Ярһыған кешеләр үҙ юлында бар нимәне емереп фажиғә урынына килгән. Полиция митингта ҡатнашыусыларға ҡарата к-ҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.

Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган Фәтхулла Гюленды Американан ҡыуырға саҡырҙы. Ҡушма Штаттарҙың был аҙымы Төркиәнең НАТО буйынса страгик партнер булыуын күрһәтер ине, тигән Төркиә етәксеһе. Төрөктәр Американың террор ойошмаһы етәксеһен үҙендә тотоуын аңламай, тигән Рәжәп Эрдоган.

Сүриәнең Алеппо ҡалаһында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Ҡыҙыл тәре йәмғиәтенең гуманитар колоннаһын утҡа тотоу илдәге хәлде көйләргә теләгән яҡтар араһында мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырҙы. Әйтәйек,Америка Рәсәй менән хеҙмәттәшлек принциптарын ҡайтанан ҡарап сығыу менән янай һәм Мәскәү менән Дамаскты ғәйепләй. Рәсәй оборона министрлығы иһә Рәсәй һәм Сүриә хәрбиҙәренең быға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ тип белдерә. Ҡайһы бер политологтар гуманитар конвойға  һөжүмде  Америка ойошторған провакация тип баһалай.

Атыу федерацияһы башлығы Виталий Крючин Людвин Ван Бетховендың бер әҫәрен һәм «Мурка» йырын ике пистолеттан металдан эшләнгән пластиналарға атып башҡарған.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика