Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә армияһы көнсығыш Алеппоға һөжүм башланы. Хөкүмәт ғәскәрҙәре вәкилдәре ватандаштарын позицияларға яҡын килмәҫкә саҡырҙы һәм именлек кордиоҙары аша һуығш барған урындарҙан китергә тәҡдим итте.

Венесуэлала халыҡ ил етәкселеген алмаштырыу өсөн референдум үткәреүҙе талап итә. Иҡтисади хәл сәбәпле кешеләр бөлгөнлөккә төшкән. Был ил нефткә бай булһа ла, гиперинфляция хөкөм һөрә, баҙарҙа дарыуҙар юҡ, кибеттәрҙә сираттар. Оппозиция президент Николас Мадуроны хакимиәттән ситләтергә талап итә.

Мәскәүҙә пластик әйберҙәр келәтендә сыҡҡан янғынды һүндергәндә 8 кеше һәләк булған. Әле ут һүндерелгән, тип хәбәр итәләр ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Во время тушения крупного возгорания на складе пластиковых изделий на северо-востоке Москвы погибли восемь пожарных. В данный момент пожар ликвидирован, сообщили в МЧС.

Грузияла парламентҡа депутатлыҡҡа кандидаттар сәйәси ток-шоу төшөргәндә һуғышып киткән. Тәүҙәрәк сәйәсмәндәр илде борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе урындарынан тормай ғына тикшерә. Әммә һуңынан дискуссия ҡыҙғандан-ҡыҙа һәм буласаҡ парламентарийҙар йоҙроҡтарын төйнәп бер-береһенә ташлана. Грузия парламентына 150 депутат һайлана. Һайлауҙар 8 октябрь үтергә тейеш.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика