Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә.

Уға Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы ла ҡушыла. Кем еңер?  Быны телевизор ҡараусылар смс тауыш биреү юлы менән хәл итәсәк. Хәйерле иртә, республика  тапшырыуын, яңылыҡтар сығарылыштарын ҡарап барығыҙ. “Үлгәндәргә хөрмәт бөтһә, тереләргә лә һан ҡалмай”, тигән боронғолар. Ошо әйтемде иҫтә тотоп, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы халҡы әүлиәләре ерләнгән зыяратты иғтибарһыҙ ҡалдырмай.„Туғандарҙың ҡәберен тәрбиәләү — изге бурысыбыҙ”, — ти илкәнәйҙәр. Үҙ заманында халыҡҡа рухи тәрбиә биреүсе, алдынғы ҡарашлыларҙың береһе Ғиләжетдин ишан булған. Халыҡ уны ҡәҙерләп иҫкә ала. Илкәнәй ауылы халҡы элек — электән берҙәмлеге, татыулығы менән айырылып торған. Белгән – өйрәтә, белмәгән — өйрәнә, тигәндәй был төйәктә өлкәненән кесеһенә тиклем ҡул эшенә маһир. Ауылда иң олоһо булған – Хөбәйҙә Әхтәмова туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуып барһа ла ырғаҡ менән бәйләүҙә миңә еткәндәр юҡ, тип шаярта. Егәрленең ҡулы етәү, тип халыҡта юҡҡа әйтмәйҙәр. Тап ошондай уңғандар төйәге  Илкәнәй.  Шундайҙарҙың береһе — Фаягөл һәм Исмәғил Хәйруллиндар  ғаиләһе. Урам тултырып ҡош-ҡорт аҫырай, мал тота улар. Исмәғил ағай кеүектәрҙе – алтын ҡуллы тип йөрөтәләр халыҡта. Тиҫтә йыл ғүмерен урман хужалығына бағышлаһа ла, яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба.Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре йәмғиәте – беҙҙең тапшырыуҙың партнеры һәр ҡатнашыусыға үҙенең бүләген әҙерләне. Бөгөн уны Илкәнәй  ауылында йәшәүсе уңған ғаиләләрҙең береһе Хәйруллиндарға  тапшырабыҙ. Әүлиәләре менән дан тотҡан был төбәк шағирҙары, яҙыусылар менән дә танылған. Беҙҙең канал иғлан иткән акция тағы ла бер матур, эстәлекле ауыл менән тулыланды. Әүлиәләр төйәге – Илкәнәй, алдан конкурста ҡатнашыусы райондарға дәрәжәле көнәркәш. Көйөргәҙеләрҙең еңеүен теләйһегеҙ икән, тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика