Прямой эфир:

Ҡараунһарай – Башҡортостан дәүләтселлеге нигеҙе

Ҡараунһарай – Башҡортостан дәүләтселлеге нигеҙе.

Ошо девиз аҫтында башҡорттар ҡор йыйҙы. Халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәммиәткә эйә булған бер юлы ике ваҡиға-Ҡарауанһарайҙың юбилейына һәм Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналған саралар Ырымбурҙа үтте. Осрашыу урыны ла осраҡлы һайланмаған. Сөнки Башҡорт автономияһын ҡабул итеү буйынса һөйләшеүҙәр Ҡарауанһарайҙа үткән. Милли кейемдәрҙә рухлы башҡорттар ҡурай көйөнә бейей. Бынан яҡынса ике быуатҡа элек Ҡарауанһарай асылғанда үткән ҙур тантаналағы кеүек, әле лә, архитектура ҡомартҡыһының юбилейы юғары кимәлдә билдәләнде. Айырыуса, шул осорҙағы хәрби кейемдәрҙә килгән Башҡортостан ҡунаҡтары иғтибар үҙәгендә булды. Сөнки Ҡарауанһарай тап башҡорт ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы хөрмәтенә, генерал-губернатор Перовскийҙың тәҡдиме менән төҙөлә. Юбилейға әҙерлек бер йыл алдан башланған. Ремонт эштәренә беҙҙең республика 10 миллиондан ашыу аҡса бүлгән. Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы ошо ваҡыт эсендә һиҙелерлек үҙгәрештәр кисергән. Гөлимә Жанғабилова архивтарҙа эҙләнеп, Ҡарауанһарайға ҡағылышлы барлыҡ документтарҙы йыйнап ала. Сөнки федераль кимәлдәге тарихи — мәҙәни ҡомартҡыла рәсми ҡағыҙҙарһыҙ бер ҡаҙаҡ та ҡағырға ярамай. Әле Ғөлимә ханым комплексты тулыһынса төҙөкләндереү хыялы менән янып йәшәй. Бында һәр нәмә ҡәҙерләп һаҡлана. Мәҫәлән, был биҙәү предметы ғына түгел, ә тарихи хәтер. Бынан 170 йыл элек комплекс төҙөлгәндә республиканан алып килгән ағастарҙың ҡырғылған тамырын ташламайынса, иҫтэлеккә ҡалдырғандар. Бында үткән менән киләсәк осраша, тиһәң дә мөмкин. Яңы уртылтырған йәш шыршылар, шулай уҡ, Башҡортостандан килтерелгән. Яңы һулыш алған башҡорт халыҡ йортон күреп, делегаттар хайран ҡалды. Аҫаба халыҡ йыйған ҡорҙа Башҡортостан һәм Ырымбур райондарынан ике йөҙләгән делегат ҡантанашты.  Түңәрәк өҫтәл Ҡарауанһарайҙың юбилейына һәм Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналды. Халыҡ өсөн мөһим булған был ике ваҡиға бер-берһенә тығыҙ бәйләнгән. Сөнки тап ошо изге йортта башҡорттарҙың тәүге ҡоролтайы үтә. Әле лә ошо тарихи бинала китапхана, музей, мәктәпте үҙ эсенә алған башҡорт халыҡ үҙәге булһа ине, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Был тәҡдимдәр барыһы ла резолюцияға индерелде. Республиканан килгән сәнғәт әһелдәренең концерты ла рух күтәренкелеге менән уҙҙы. Тулы зал, аяҡ үрә баҫып ҡул сабыуҙар, ихлас йылмайыуҙар, йәштәр менән сыланған күҙҙәр — былар барыһы ла ошондай сараларҙың кәрәклеген, халыҡтың милләттәштәре менән осрашыуҙарға һыуһағанын күрһәтә. Ҡарауанһарайҙы һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән ошондай уҡ комплексты республикала ла булдырырға кәрәк тигән фекерҙәр яңғыраны. Шулай уҡ, уны төҙөткән губернатор Василий Перовский исемен  Өфөләге урамды атарға тәҡдим иттеләр.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика