Прямой эфир:

Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды

  • Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды.

Уға конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Айгөл Әхмәтшина лайыҡ булды. Шулай уҡ ул «Өмөт» призын яуланы.

Гран-при быйыл бер кемгә лә бирелмәне. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов етәкселегендәге баһалама ағзалары еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙе. XV Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале гала-концерт менән тамамланды. Конкурс лауреаттары һәм төрлө төбәктәрҙең опера театры йондоҙҙары рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар башҡарҙы. Сәнғәт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабынды, Өфө иһә тағы ла бер халыҡ-ара конкурс менән байыны. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика