Прямой эфир:

Йылытыу миҙгеле башлана

  • Йылытыу миҙгеле башлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 63 муниципалитеттың 40-ы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Туғыҙ муниципаль берәмектә йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелгән дә инде, тип хәбәр итә башинформ агентлығы.  Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ ҡалалар һәм райондар йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорттарын тапшырған. Торлаҡ фонды, ҡаҙанлыҡтар һәм йылылыҡ селтәрҙәре ҡышҡа әҙер. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә 130 саҡырымдан ашыу йылылыҡ һәм 200 һыу үткәреү селтәрҙәре алмаштырылған, күп фатирлы 812 йортта капиталь ремонт тамамланған. Йорттар ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә тулыһынса әҙер. Коммуналь предприятиеларҙа резерв яғыулығының етерлек запасы булдырылған. 

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика