Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы Укранина МЧ17 самолетының һәләкәткә осрауын тикшереү барышына ҡамасаулыҡ итеүен белдерҙе. Рәсми Киев һәләкәт тураһында мәғлүмәтте иғлан итеүҙән ҡурҡа һәм рейсты Украинаның ПВО системалары күҙәтеүен танырға теләмәй. Министрлыҡ вәкиле Игорь Конашенков белдереүенсә, Украина ошондай юл менән яуаплылыҡтан ҡасырға ниәтләй.

70  машина Сүриәлә оппозиция контролендә булған ауыл-ҡалаларға гуманитар йөк алып барҙы. Хөкүмәт ғәскәрҙәре ул арала ҡораллы оппозицияға ҡаршы һуғышыуын дауам итә. Рәсәй һәм Американың тыныслыҡ иғлан итеү тураһындағы килешеүе  ғәмәлдән сыҡты.

Венецияла йәшәүселәр һыуҙа ҡала уртаһынан йыраҡ түгел генә йөҙгән лайнерҙы туҡтатҡан. Ҡаршылыҡ акцияһында 2 меңләп кеше ҡатнашҡан.  Ҙур лайнерҙар үткәндә күтәрелгән тулҡын ҡомдо йыуа һәм биналарҙың свайҙарын ҡаҡшата тиҙәр Венецияла йәшәүселәр. 2014 йылда ҙур караптарға Венеция портына инеү тыйылғайны. Әммә был тыйыу ни бары бер йыл ғына ғәмәлдә булды.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика