Прямой эфир:

Цифралы телевидениеның сиктәре йәнә киңәйә

Күптән түгел Илеш районында яңы ҡоролма сафҡа индерелһә, шундай уҡ телевизион ҡоролма тиҙҙән Күмертауҙа ла ҡалҡып сығасаҡ. Һуңғы айҙарҙа республиканың биш районында халыҡ телевизион тапшырыуҙарҙы юғары сифатта, цифралы форматта ҡарай башланы. Ғәлиевтар йортона килеп инеүсе көтөлмәгән ҡунаҡтар хужаларҙы тик һөйөндөрҙө генә. Яңы Күктау ауылындағы иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһенә телевизион станция инженерҙары приставка бүләк итте һәм ауылда тәүгеләрҙән булып телевизорҙы цифралы юғары сифатта ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Юғары сифатта һәм бушлай 10 телеканалды  ҡарау бәхете хәҙер Илеш районы халҡына тейҙе. Бының өсөн бары тик хужаларға антенна ҡуйырға һәм уны цифра ҡоролмаһына тоташтырырға ғына кәрәк. Район халҡы хәҙер сериалдар һәм телевизион тапшырыуҙар ҡарау ғына түгел яратҡан башҡарыусыларын да тыңлай ала. Цифралы телевидение бер төймә ярҙамында радиотапшырғысҡа әйләнә. Ә радиостанциялар телевизион каналдарҙы көйләгән ваҡытта бергә башҡарыла. Яңы Күктауҙағы был ҡоролма республикала егерме етенсе вышка. Бынан тыш, һуңғы айҙарҙа ошондай телевизион станциялар Ҡариҙел, Дюртөйлө, Балтас һәм Нуриман райондарында төҙөлдө. Яңынан яңы телебашнялар күтәрелә. Федераль программаға ярашлы «цифра» элек хатта аналог телевидениеһы булмаған төпкөл райондарға ла барып етте.   

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика