Прямой эфир:

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә

Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә.

Уға Шишмә районы Үрге хәжәт ауылы ла ҡушыла. Кем еңер?  Быны телевизор ҡараусылар смс тауыш биреү юлы менән хәл итәсәк. Хәйерле иртә, республика  тапшырыуын, яңылыҡтар сығарылыштарын ҡарап барығыҙ. Шәп ауыл һәм унда йәшәүсе һәр кем өсөн кәрәкле. Исеме үк ошо турала һөйләй. Ә ауылдың килеп сығышы Урта Хәжәт ауылынан күсеп ултырыусы ғаилә менән бәйле. Һуғыш ветерандарына ауылда айырыуса мөнәсәбәт. Ихтирам тойғоларын ике аҙаш — Хәниф Мөхәмәтйәнов һәм Хәниф Вәлиевтар  асҡан обелискта күрә халыҡ. Бер яғында һуғыш яланында һәләк булған – 19 яугир, икенсе яғында  әйләнеп ҡайтҡан 15 һалдаттың исеме.  Ҙур булмаған ауыл ысынлап та матур урында урынлашҡан. 40 тирәһе йортта 80-ләп татыу һәм тырыш кеше йәшәй. Күбеһе оло йәштәгеләр.Балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә, мәсет тә, мәҙәниәт усағы ла юҡ ауылда. Шулай ҙа инәй-олатайҙар күңелле йәшәй. Атамаһы буйынса республиканың иң кәрәкле ауылдарының береһе – Үрге Хәжәттә талантлы  халыҡ йәшәй. Мөнирә апай уйнаған көйҙәргә сыҙап тороу мөмкин түгел, инәйҙәр менән бергәләп бейергә мин дә төшөп киттем.  Аяҡтар талды,  гармунсының бармаҡтары яңы уйнай башлағандай  тилбер. Үрге Хәжәт ауылының бер матур һыҙаты бар. Йәш саҡтарында ситкә күсеп китһәләр ҙә, олоғайғас хәжәтлеләр тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнә. “Алтын бишек” бәйгеһенең бағыусыһы Рәсәй телерадиотапшырыуҙар селтәренең бүләген беҙ был юлы ауылдың иң оло йәшәүселәре – Закира инәй һәм Әнүәр олатайға тапшырабыҙ.Алтын көҙҙә “Алтын бишек” бәйгеһенең һуңғы ауылын үҙебеҙгә лә, һеҙҙең өсөн дә астыҡ.  Юл ситендә бер күрһәткестәр ҙә ҡуйылмаған  һәм уның Шишмә районында барлығын тик спутник картаһы аша, йә иһә, һорашып-белешеп кенә табып булған Үрге Хәжәт ауылына халҡы ғына түгел беҙ ҙә ғашиҡ хәҙер. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика