Прямой эфир:

Башҡортостан мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе

  • Башҡортостан мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн иртән 87-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев вафат булды. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Салауат Юлаев ордены кавалеры республика шиғриәтенең сағыу вәкиле булды, үҙен нескә күңелле лирик итеп танытты. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы 1930 йылдың 2-се июлендә Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килә. Иртә етем ҡала һәм балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай, һуңынан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡаҙан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрә. 1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы баҫылды. Уның “Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм байтаҡ ҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Ул — балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләне.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика