Тоғро дуҫмы, әллә дошманмы?

Тоғро дуҫмы, әллә дошманмы?

Максимовкала йәшәүселәр ярҙам һорай. Улар урам буйлап өйөр менән йөрөгән эттәрҙән ыҙа сигә. Бигерәк тә, мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттар эргәһендә эйәләшеүҙәре ата-әсәләрҙә борсолоу тыуҙыра. Сөнки хужаһыҙ эттәр балаларға ташлана башлаған. Вилдан Мырҙагилдин мәктәптән ҡайтып килгәндә өс берәҙәк эт менән осрашыуын яҡшы хәтерләй.  Тоғро дуҫтарҙың береһенә яҡынлашыу менән ул малайҙы тешләп ала. Еңелсә йәрәхәттәр менән генә ҡотолһа ла, баланың ҡурҡыу тойғоһо ҡалған. Берәҙәк эттәр төрлө ҡурҡыныс сирҙәр таратыусы ла. Шуға бала прививка эшләтеп, дауаланыу курсы үтергә мәжбүр. Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан Максимовка ҡасабаһынды йәшәүселәр күптәнән урам буйлап туҙып йөрөүсе берәҙәк хайуандарҙан ыҙа сигә. Бигерәк тә, мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттар эргәһендә эйәләшеүҙәре ата-әсәләрҙә хәүеф тыуҙыра. Максимовкала  йәш әсәләр ҙә күп, уларға балалары менән йыш ҡына саф һауала йөрөргә кәрәк. Был эҙҙәр ҡомлоҡта яңы ғына эттәрҙең булып китеүен дәлилләй. Ҡасаба үҙәгендә урынлашҡан балалар майҙансығында берәҙәк хайуандар йыш йөрөй, ти урындағы халыҡ. Эйәләшкән эттәр йәмғиәттә хәүеф тыуҙыра, өлкәндәр балаларын ғына түгел, үҙҙәре лә урамға сығырға ҡурҡа. Тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итеүенең һөҙөмтәһе булмағас, кешеләр үҙҙәре хәл итеп ҡарарға уйлай. Хайуандарҙы яҡлап сығыусылар ҙа юҡ түгел. Баҡтиһәң, берәҙәк эттәрҙе тотоусы махсус ойошманың Калинин районы хакимиәте менән махсус килешеүе булмағанлыҡтан был эш туҡталып торған. Ә Калинин районы хакимиәтендә берәҙәк хайуандар даими юҡ ителә, тип белдерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа, берәҙәк хайуандар үрсеп тора. Максимовкала шәхси йорттар урынлашҡанға күрә, эттәрҙең бәйҙән ысҡынып, йәки хужаларҙың “тоғро дуҫтарын” үҙҙәре ташлап китеү осраҡтары ла бар. Был хәл аяныслы ваҡиғаларға ла килтереүе ихтимал. Ике йыл элек Өфөлә 10 йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәнде халыҡ һаман да тетрәнеп иҫкә ала. Ҡорбандар һаны артмаһын өсөн берәҙәк эттәрҙе ваҡытында юҡ итергә, ә халыҡҡа һаҡ булырға һәм хәүфһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһе генә ҡала.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика