Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Венесуэлала оппозиция президент Николас Мадуроны вазифаһынан бушатыуҙы талап итеп ҡаршылыҡ акцияһына әҙерләнә. Ул 12 октяьргә тәғәйенләнгән. Быға тиклем Венесуэла хакимиәттәре референдум үткәреүҙән баш тартҡайны.

НАСА астрономдары Юпитерҙың Европа тип аталған юлдашында океан барлығын иҫбатлаған. Улар Хабл телескобы ярҙамында гейзерҙар урғылып тороуын теркәгән. Хәҙер инде ғалимдар Ҡояш системаһындағы иң ҙур  планетаның юлдашында бәлки йәшәп тә булалыр тигән һорауға яуап эҙләй башлаған. Бер-нисә йылдан астрономдар ҡеүәтле телескоптар ярҙамында тағы ла бер тикшереү үткәрергә ниәтләй. Ә 2020 йылда Юпитерға космос карабын осороп Европаны фотоға төшөрөү ҡарала.

Интернет киңлегендә яңы герой. Ул ҡурҡыу белмәҫ Анжела исемле ҡыҙ. Руфер төрлө ҡалаларҙа иң бейек биналарҙы һайлап уларҙың ситенән йөрөй. Был видеоларҙы ҡарап йөрәк туҡтай, тип яҙалар интернет селтәре менән ҡулланыусылар. Бер аҙна элек кенә социаль селтәргә ҡуйылған роликты 120 мең кеше ҡарап өлгөргән.

Американың Вирджиния штатында экстремал 32 метрлыҡ күпергә менгән һәм һыуға һикергән. Тәүҙә ул һыуға ьаш ырғытып ҡарай, һуңынан үҙе лә һикерә.

Төркиәләге компанияларҙың береһе балаларҙың хыялын тормошҡа ашырған. Бында ысын автомобилдән робот-трансформер эшләгәндәр. Ҡәҙимге автомобиль алыҫтан идара итә торған пульт ярҙамында бер-нисә минутта ҙур трансформерға әйләнә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика