Прямой эфир:

Республика йәмәғәтселеге Абдулхаҡ Игебаевты һуңғы юлға оҙатты

Башҡортостан мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 87-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев вафат булды. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры бинаһында әҙип менән яҡындары, фекерҙәштәре һәм дуҫтары хушлашты. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаев менән хушлашыуҙы   уны яҡын күргән һәр кем ауыр кисерә. Уны халыҡ лирик һәм тәрән йөкмәткеле шиғырҙары өсөн генә түгел, ә ябайлығы, кешелеклеге өсөн үҙ итә. Оло быуын яҙыусылары өсөн дә, йәштәргә лә ул һәр ваҡыт изгелекле һәм игелекле булды. Шундай сифаттары өсөн дә бигерәк яратты уны халыҡ. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы 1930 йылдың 2-се июлендә Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килә. Иртә етем ҡала һәм балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай, һуңынан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала.  Тәүге шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай.  Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Тәбиғәт, тыуған яғы менән һоҡланып яҙған шиғырҙары күп. Һуңғы көндәренә тиклем ул яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәне, балаларса улар менән күрешеүгә ҡыуанып йәшәне. Авторҙың Өфө, Ҡаҙан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрә. 1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, очерк һәм йырҙарҙан торған 34 китабы баҫылды. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарына   яҙылған йырҙар  һәр йырсының тигәндәй   репертуарында  бар.Уның “Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм байтаҡ ҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Ул — балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләне.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика