Прямой эфир:

Аэропорт ауылында йәшәүселәр йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе идарасы компанияны алыштыра алмай

Ойошма торлаҡ хужаларына йылы һәм йылы һыу өсөн бурыс өҫтәп яҙған. Ә йорттарҙа йәшәүселәр был законһыҙ тип белдерә. Дөйөм йыйылышҡа идарасы компания вәкилдәре бөтөнләй килмәне. Ни өсөн коммуналь түләү артҡан, быны кем аңлатырға тейеш һәм идарасы компания ҡайҙа йәшеренгән. Беҙҙең телерадиокомпания хәбәрселәре килгәс халыҡ уй-фекерен асыҡтан асыҡ һөйләп бирҙе. Береһенән-береһе уҙҙырып бер нисә ай, йылдар буйы йыйылып килгән аһ-зарын бәйән итте. Кешеләр йылы биреү һәм һыу менән тәьминәткә хаҡтар артыуға, йорттарҙы хеҙмәтләндермәүгә зарлана. Ауыл халҡы билдәләүенсә, идарасы компания тарифтарҙы законһыҙ арттыра. Бынан тыш, үҙенең ҡарамағындағы торлаҡты бөтөнләй ҡарамай. Мәҫәлән, подъезд эстәрендә бысраҡ, диуарҙар ағартылмай, сүп-сар ҙа даими сығарылмай. Балкондар иһә йорттан айырыла башлаған. Йорттарҙың ҡыйығы иҫкергәс, елгә шиферҙары аҡтарыла. Шулай уҡ, елләтеү системаһының кирбестәре емерелеп төшә. Был фатир хужаларына тәъҫир итмәй ҡалмай. Михаил Токарев ике бәлиғ булмаған балаһы менән дымлы, еүеш бүлмәлә көн күрә. Аэропорт ауылында бер нисә ятаҡ та бар. Ямғыр яуһа бәләкәй генә бүлмәлә йәшәүселәрҙең түбә таҡтаһынан һыу аға. Ә коммуналь түләүҙәр бәләкәй түгел. Әйткәндәй, ятаҡта береһенән-береһе бәләкәй балалары менән ғаиләләр йәшәй. Ата-әсәләр билдәләүенсә, ҡатырға һәм таҡталарҙан ғына эшләнгән торлаҡта ҡышын ныҡ һыуыҡ була. Аэропорт ауылына уҙған быуаттың 50-се йылдарында нигеҙ һалына. Был йорттарҙы 80-се йылдар аҙағында төҙөйҙәр. Бөтә өйҙәр ҙә Авиаторҙар урамында урынлашҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ, былары Өфө районына, ә быныһы Киров районына ҡарай. Ике райондың да торлағын бер идарасы компания хеҙмәтләндерә. Әммә, фатир хужалары уның менән ҡәнәғәт түгел. Бөтә бәлә бер нисә ай элек идарасы компания етәкселеге алышынғас башлана. Фатир хужалары үҙҙәре һайлап ҡуйған элекке етәкселәрҙе ҡайтарырға теләй, әммә, әлеге хужалар аҡмаһа ла, тамып торған урынды биргеләре килмәй. Улар хатта торлаҡ милекселәре ойошторған йыйынға ла килмәне. Йорт хужалары Универсал-сервис идарасы компанияһы Жуков ауылында урынлашҡан тип белдерә. Ысынында, ойошманың бер нисә адресы барлығы асыҡланды. Әйтелгән адрес буйынса бинаны тапҡас, беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ. Сөнки, компанияның ишегенә бер нимә лә яҙылмаған, улар кешеләрҙән йәшеренеп эшләгән кеүек. Эстә иһә хеҙмәткәрҙәр бында бер нисә компания урынлашҡан, беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ тип аҡланды. Шуныһы ҡыҙыҡ, идарасы компания етәкселеге ябай кешеләр һәм журналистар менән аралашырға ҡурҡа. Ауыл халҡы күпселек мәсьәләләрҙең айышына төшөнөргә теләй. Әммә, Универсал-Сервис компанияһы халыҡты инҡар итә. Фатир хужаларында улар нимәлер йәшерә, тигән фараздар бар. Бында хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла уйланырға урын бар.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика