Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

ОПЕК илдәренең  килешеүенән һуң донъяла нефткә хаҡтар күтәрелә башланы. Врен маркалы яғыулыҡҡа фьючерстар 5 процентҡа күтәрелде. Әммә ҡайһы бер белгестәр хаҡтарҙың ҡыйбатланыуы оҙаҡҡа түгел тип белдерә. Кисә ОПЕК илдәре нефть сығарыу күләмен аҙайтырға ҡарар иткәйне. Был килешеү рәсми түгел, ул ноябрҙя  ОПЕК  илдәре саммитында тағы ла бер тикшереләсәк.

Рәсәй Украина күгендә “Боинга” самолетының һәләкәткә осрау сәбәптәрен тикшереү йомғаҡтары  менән риза түгел. Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова әйтеүенсә,  Голландия прокуратураһы һығымтаһы ныҡ ҡына сәйәсиләштерелгән. Киев һәләкәт тураһында мәғлүмәтте иғлан итеүҙән ҡурҡа һәм рейсты Украинаның ПВО системалары күҙәтеүен танырға теләмәй. Украина ошондай юл менән яуаплылыҡтан ҡасырға ниәтләй.

Каталония хәкүмәте рәйесе Карлес пучдеман төбәк парламентында сығыш яһап бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум киләһе йыл сентябрҙә үтәсәк тип белдерҙе. Июль аҙағында Каталония парламенты батшалыҡ составынан сығыу планын хуплағайны. Һуңынан Испания Хөкүмәте дәғүә белдереп мәхкәмәгә мөрәжәғәт итте.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика