Прямой эфир:

Төбәктә ҡырағай, экзотик йәнлектәр үрсетеүселәр һаны йылдан – йыл арта

Төбәктә ҡырағай, экзотик йәнлектәр үрсетеүселәр һаны йылдан – йыл арта.

 Тәү ҡарауға ғәҙәти генә күренгән шөғөл, тирә-йүндә хәүеф тыуҙырмаймы? Килдеғошовтар ярты йыл элек  терпеләр һатып алған. Уларҙы Зәлиә Килдеғошова  тәрбиәләй. Ошо ваҡыт эсендә был хайуандарҙың холоҡ-фиғелен ярайһы уҡ өйрәнеп бөттөм, ти ҡыҙ. Африка кәрлә терпеләре яһалма рәүештә сығарылған төр. Был экзотик йән эйәһе беҙҙең төбәктә тәбиғи шарттарҙа осрамай. Шуға күрә уны туҡландырыу, тәрбиәләү ҙә ғәҙәти терпеләрҙекенән айырыла. Кәрлә терпеләрҙе иреккә ебәреү ҡурҡыныс, сөнки улар урман-ҡырҙа йәшәргә яраҡлашмаған. Дөрөҫ тәрбиәләгәндә бындай йән эйәләре 9  йәшкә  тиклем етә, ти белгестәр. Был ике айлыҡ ҡына Бруно ҡушаматлы терпе тыуғанда ни бары төймә тиклем генә булғанын күҙ алдына килтереүе ауыр.Энәлекәй хәҙер бөтөнләй ҡулға эйәләшкән, ул башҡаларҙан етеҙлеге менән айырылып тора…. Төбәктә йылдан-йыл сит тарафтарҙан килтерелгән экзотик йән эйәләрен аҫыраусылар артҡандан-арта. Төрлө үрмәксе, йылан, ташбаҡа, крокодил, хатта арыҫлан тотоусылар ҙа бар. Әлбиттә уларҙың махсус документтары ла булырға тейеш, юғиһә ҡайҙан етте шунан индерелгәндәренең  йоғошло ауырыу ҙа таратыуы ихтимал, ти белгестәр. Беҙҙең төбәктә йәнең теләгән йән эйәһен үрсетергә, тәрбиәләргә мөмкин, тиҙәр белгестәр. Бүрене бүреккә һалһаң да урманға ҡарай тигәндәй, ҡырағай хайуандарҙың ҡурҡыныс булыуын да, тәрбиә һәи иғтибар ҙа талап иткәнен дә оноторға ярамай.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика