Прямой эфир:

Өфөләге йорттарҙың береһендә электр тогының көсө артып китеү сәбәпле янғын сыға яҙған

Өфөләге йорттарҙың береһендә электр тогының көсө артып китеү сәбәпле янғын сыға яҙған.

Фатир, подъездарҙа лампалар шартлай, электр ҡоролмалары эшлектән сыға. Ә авария арҡаһында һыуытҡыс, микро тулҡынлы мейестәр, телевизоры янған кешеләр зыянды кем ҡайтарасаҡ тип баш вата. Елена Иванова 18 сентябрь кисен әле лә тетрәнеп иҫкә ала. Балаларҙы йоҡларға һалып йорт эштәре менән булған ваҡытта шартлау яңғырай. Хәйер хужалар өйҙә була.Пенсионер Нина Фроловаға был кис икеләтә мәшәҡәт тыуҙыра.Ә бына Жигулевтар ғаиләһе бер юлы 70 мең һумға яҡын зыян күрә.Асыҡланыуынса, бөтә бәләгә электр тогының көсө кинәт артып китеү сәбәпсе. Александр Жигулев һөнәре буйынса электрик, авария булғас та ул розеткаларҙағы ток ҡеүәтен тикшереп ҡарай һәм телефонға яҙҙырып ала.Йортта йәшәүселәр фекеренсә, 220 вольт урынына уларҙың фатирына 380 вольт ток килеүҙә йорттағы эске бүлгес ҡоролманың төҙөк булмауы ғәйепле. Йәғни, электр үткәргес эшлектән сыҡҡан. Ә уның төҙөклөгө өсөн идарасы компания яуаплы. Авария булғас та йортто хеҙмәтләндереүсе компания ҡоролманы яңыртып ҡуя. Свобода  урамындағы 15 йорт бынан 49 йыл элек төҙөлә, әммә ярты быуат эсендә бында электр сымдары бер тапҡыр ҙа алмаштырылмаған. Ғүмер буйы бында йәшәгән ололар электр ҡоролмаларының да яңыртылғанын хәтерләмәй.Йортто хеҙмәтләндереүсе компания үҙ сиратында ғәйебен танырға теләмәй. Энергетиктар айырым һөйләшеү ваҡытында ток көсө артып китеү осраҡтары Өфөлә аҙна һайын бер нисә тапҡыр ҡабатланып тороуы хаҡында белдерҙе. Күп осраҡта кешеләр зыянды ҡайтарыу мәшәҡәттәренән баш тарта, сөнки электр ҡоролмаһының тап ошо сәбәпле эштән сығыуын иҫбатлар өсөн ирекле экспертиза эшләтергә кәрәк, ә был өҫтәмә сығымдар талап итә. Шулай ҙа суд ғәҙәттә зыян күреүсе яҡты яҡлай. Ә бындай хәлдә ҡалмаҫ өсөн һәр техникаға көсөргәнеш стабилизаторы һатып алып ҡуйыу хәйерлерәк.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика