Прямой эфир:

Өфөлә Китап форумы

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең китап берлеге, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә Китап форумы уҙғара. Уның сиктәрендә республикала уҡыу инфраструктураһы үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.  Конгресс-Холл бинаһында уҙғарылған сарала күргәҙмә ойошторолған. Бында китап һөйөүселәр үҙҙәренә хуш килгән баҫмалар менән таныша ала. Китап форумы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр уҙғарыла һәм Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел. Белгестәр билдәләүенсә, был өлкәлә республика бай тәжрибә туплаған.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика