Прямой эфир:

Илеш районында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале ойошторола

  • Илеш районында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Илеш районында «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивале ойошторола.

Фестивалдә үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ саҡырылған артистар ҡатнаша. Бейеү, вокаль, инструменталь, фольклор төркөмдәре өсөн айырым конкурстар ҡаралған. Сараның программаһы бик бай итеп төҙөлгән. Уның сиктәрендә Халыҡ кәсептәре йәрминкәһе, башҡорт халҡының һынлы сәнғәт йәрминкәһе, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, халыҡ ижады оҫталарының һәм талантлы йәштәрҙең концерты, жанр йүнәлештәре буйынса ижади оҫталыҡ кластары, гала-концерт үткәреү ҡаралған. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика