Прямой эфир:

Республикала табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителмәй

  • Республикала табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителмәй | ГТРК «Башкортостан»

Республикала табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителмәй, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау тармағын күҙәтеү хеҙмәтенән. Ведомствоның төбәк идаралығынан ваҡ ҡалаларҙа хәлдең киҫкен тороуын хәбәр итәләр. Медицина йүнәлешендә белем алған йәштәр Өфөлә ҡалырға тырыша, “Ауыл табибы” программаһы ла ваҡ ҡалалар мәсьәләһен хәл итмәй. Сөнки уның буйынса 1 миллион һум аҡса фәҡәт ауыл еренә эшкә барғандарға ғына бирелә. Программа ваҡ ҡалаларҙы һайлағандарға ҡағылмай. Һаулыҡ һаҡлау тармағын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәсьәләне хәл итеү өсөн йәш белгестәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу- торлаҡ менән тәьмин итеү, социаль гарантиялар булдырыу кәрәк, тип иҫәпләй. Әйткәндәй,“Ауыл табибы” програмаһы менән бөгөнгә 119 белгес файҙаланған, быйыл йәнә 150 йәш табип ауылға барыр, тип көтөлә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика