Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Приморье крайында Рәсәй һәм Һидостандың берлектәге «Индра-2016» күнекмәһе үтте. Унда  Көнсығыш хәрби округтан  500 хәрби, 50 хәрби машина, пилотһыҙ самолеттар отряды, штурмлаусы, тикшереүсе һәм армия авиацияһы ҡатнашты.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе  тиҙҙән граждандарҙың килемдәре аҙайыуы туҡтаясаҡ, тип белдерҙе. Дмитрий Медведев фекеренсә,  һуңғы ике-өс  йылда  иҡтисадтағы кире күренештәр юғала бара. Шуға ла хәҙер Үҙәк банк ставкаһын төшөрөү һәм ипотека кредиттарын тағы ла арзанайтыу мөмкинлеге бар. Һәр хәлдә министрҙар кабинеты ипотека кредиттары хаҡын арзанайтыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк, тигән Дмитрий Медведев.

Мексикала Колима вулканы атылыу сәбәпле Йербабуэна һәм Беккерера ҡалаларынан 350 кеше эвакуацияланған. Йорттарын ҡалдырырға теләмәгәндәргә хакимиәттәр тиҙ арала имен урынға күсенергә тәҡдим итә. Мексикала үс меңдән ашыу вулкан бар, уларҙың араһында Колима иң әүҙеме.

Ҡытайҙа «Алтын аҙна» башланды. Халыҡ республикаһы ойошторолоу уңайынан бында бер аҙналыҡ ял иғлан ителде. Был осорҙа миллионлаған кеше сит илдәргә оса. Илдә ҡалыусылар өсөн көн дә байрам саралары ҡаралған. Гонконгта Ҡытайҙың милли байрамы уңайынан салют атылды.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика