Прямой эфир:

Күмертау һәм Бәләбәй ҡалалары тиҙ үҫешеүсе биләмәләр статусын алыуы ихтимал

  • Күмертау һәм Бәләбәй ҡалалары тиҙ үҫешеүсе биләмәләр статусын алыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Был статус 10 йылға бирелә һәм тиҙ үҫешеүсе биләмәләге бөтә резиденттар өсөн һалым льготаларын, ҡуртым түләүе һәм страховкалау иғәнәләре буйынса тарифты кәметеүҙе күҙ уңында тота. Моноҡалаларҙа тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыуҙың төп маҡсаты —иҡтисадты үҙгәертеп ҡороуға бәйле. Республика Белорет, Нефтекама,  Благовещен һәм Учалы ҡалаларының ғаризаларын бирергә әҙер. Әлеге муниципалитеттарҙағы халыҡтың һаны — 650 мең. Был республика халҡының яҡынса 16 проценты. Тулайым төбәк продуктының сирек өлөшөнән күберәге ошо биләмәләрҙә етештерелә. Был ҡалалар ҙа тиҙ үҫешеүсе биләмәләр статусын алһа,  уларға инвесторҙар йәлеп итергә, яңы бизнес асырға, эш урындарын арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика