Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәлә Фәтхулла Гюлендың туғаны Кутбеттин ҡулға алынған. Ул террор ойошмаһы ағзаһы булыуҙа ғәйепләнә. Анкара Фәтхулла Гюленды йәй илдә дәүләт фетнәһен ойоштороуҙа шикләй. Америкала йәшәгән Гюлен, йәнәһе лә, үҙе яҡлыларҙы Эрдоганды властан бәреп төшөрөргә саҡырған.

Юғары рада депутаты Надежда Савченко Украина президенты Петр Порошенконы хәрбиҙәргә төҙөк булмаған БТР-ҙар тапшырыуҙа ғәйепләгән. Донбасҡа оҙатыр алдынан полигонда тикшереү ваҡытында был техника ватылып бөткән. Президент тапшырған БТР-ҙар Харьков танк заводына оҙатылған.

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә яҙма имтихандарҙы тергеҙеү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Ҡайһы фәндән яҙма имтихан кәрәклеген юғары уҡыу йорто үҙе хәл итергә тейеш. Уға тиклем Ольга Васильева гуманитар фәндәр өсөн баһалау системаһын булдырырға саҡырғайны. 

“Мэттью” ураганы Ямайкаға килеп етте. Уның үҙәгендә елдең көсө сәғәтенә 250 километрға етә. Көслө ямғыр сәбәпле Кингстон урамдары һау аҫтында ҡалды, йылғалар ярҙарынан сыҡты. Һуңғы туғыҙ йылдағы иң көслө дауыл тиҙҙән Куба һәм Гаитиға етәсәк. Куба халҡы күпләп консервалар, һыу һәм яҡтыртҡыстар һатып ала башлаған. 

Шанхайҙағы бер фермала сусҡалар араһында ярыштар үткән. Ҡаты морондар һыуға һикереү һәм йөҙөү буйынса ярышҡан. Ойоштороусылар әйтеүенсә, хайуандар һыу инеп ваҡытын бик яҡшы үткәргән. Донъяла бындай ярыштар тәүгә ойошторолған.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика