Прямой эфир:

Ҙур этнографик диктант

Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм йолаларын беҙҙең республика халҡы яҡшы беләме? Быны бөгөн Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла үткәрелгән “Ҙур этнографик диктант ” акцияһы һөҙөмтәләренә таянып әйтергә мөмкин буласаҡ. Ул Башҡортостандың ҡала-райондарында ла һәм Өфөнөң бер нисә уҡыу йортонда ойошторолдо. Халыҡтың этнографик белемен тикшереү акцияһы беренсе тапҡыр Удмурт Республикаһында үткәрелә. Башҡортостан да был акциянан ситтә ҡалманы. Әле залда уның тәүге ҡатнашыусылары. Улар Рәсәйҙең 190-дан ашыу милләте тураһында белемен тикшереү һәм һынау ниәте менән килгән бында. Акция “Халыҡтар күп – ил берәү” исеме аҫтында үтә. Рәсәйҙә бөтәһе 800 майҙан ойошторолдо, шуларҙың 12-һе беҙҙең республикала. Диктант тест һорауҙарына яуап алыу формаһында әҙерләнгән. Барыһы 30 һорауға ла дөрөҫ яуаптарҙы тапҡан ҡатнашыусының белеме  100 балл менән билдәләнә. Сарала 15 йәше тулып үткән һәм унан өлкәнерәк теләгән һәр кем ҡатнаша. Һорауҙар күп төрлө. Рәсәй халыҡтарының һаны, тарихы, мәҙәниәте, йолалары һәм хатта милли ризыҡтары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Диктан яҙыусыларҙың географик белемдәре уларға тест һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә ярҙам итә. Кемдәр махсус майҙандарҙа этнографик диктант яҙыуҙа ҡатнаша алмаған, улар өсөн <![CDATA[]]>www.miretno.ru<![CDATA[]]> онлайн-тест Мәскәү ваҡыты менән сәғәт берҙә башлана. Әле бер нисә минут ҡына ваҡыт ҡалған. Диктант һөҙөмтәләре лә ошо сайтта баҫтырыла.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика