Прямой эфир:

Ҡәҙим Аралбайға 75 йәш тулыу уңайынан юбилей саралары үтә

Хәйбулла районында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайға 75 йәш тулыу уңайынан юбилей саралары үтә. Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. БДУ тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһында аспирантурала уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта. Ул «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. Яҙыусылар союзы идараһында секретарь, «Китап» нәшриәтендә директор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика