Прямой эфир:

"Башҡорт пираттары" алтын өсөн көрәшергә ниәтләй

Башҡортостандың  следж-хоккей буйынса командаһы чемпионатҡа әҙеләнә. 17 кешенән торған командала чемпионатҡа әҙерлек етди бара. Әбйәлил районынан килгән Флорид Кәримов командала бер ай элек кенә шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән дә инде. Следж-хоккей Паралимпиадаға ингән спорт төрө. Уйынсылар махсус саналарҙа йөрөй һәм ике сәкән менән ҡораллана. Шулай ҙа күнекмәләргә ғәҙәти хоккейсылар кеүек үк көн һайын йөрөргә кәрәк, ти Айрат Уразаев. Рәсәйҙә спорттың был төрө менән алты команда шөғөлләнә. Өфө командаһын туплау  тәжрибәле следж-хоккейсы Алексей Канатниковҡа йөкмәтелгән. Команданың етәксеһе Алексей Канатников билдәләүенсә, бер йыл эсендә спортсылар  бик күпкә өйрәнә. Командала шөғөлләнергә теләгән 60-ҡа яҡын кеше араһынан бары тик 17-һен генә һайлап алғандар, сөнки экипировкаға етерлек аҡса бүленмәй, ти  тренер.Был саналар спортсылар өсөн яңыраҡ ҡына ҡайтарылған. Улар үҙебеҙҙең илдә заказ буйынса һәр бер хоккейсыға яраҡлаштырып эшәнгән. Әйткәндәй, улар элекке Канадала эшләнгәндәргә ҡарағанда еңелерәк тә, уңайлыраҡ та. Следж-хоккей клубы бер йыл элек Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлығы, республиканың хоккей федерацияһы һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы ярҙамында барлыҡҡа килә. Әле бында 15 йәштән алып 34 йәшкәсә спортсылар шөғөлләнә.  Киләсәктә республиканың следж-хоккей командаһына финанс яҡтан ярҙам күрһәткәндә, тағы ла бер-нисә команда туплау ҙа күҙ уңында тотола, ти тренер Алексей Канатников.

Бер сәғәткә өләсәй | ГТРК «Башкортостан»

Бер сәғәткә өләсәй

23 января 2017

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика