Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре 19 сентябрь Сүриәлә гуманитар колоннаға һауанан һөжүм иткәндәр тип белдерҙе. Бының өсөн ер юлдаштары төшөргән фотоларҙы өйрәнергә тура килгән.

Рәсәй финанстар министрлығы транспорт һалымын ғәмәлдән сығарыуға ҡаршы. Ошо туралағы ҡанун проекты әле Дәүләт Думаһында ҡарала. Һалымды түләү туҡтатылһа, федераль бюджетҡа көс төшәсәк, тип аңлата министрлыҡ вәкилдәре. Быйыл транспорт һалымы 619 миллиард һумға еткән. Уның 181 миллиарды юлдар төҙөүгә тотонолған.

Американың демократик фирҡәһе серверҙарына үтеп ингән хакер Клинтондар фондына бәйле яңы документтарҙы интернетҡа һалған. Бағыусыларҙың исемлеге яҙылған документтарҙың береһе түлә һәм ҡатнаш тип атала. Ул фондҡа эре банктарҙың аҡса күсереүенә ишаралай. Әммә Клинтондар быны кире ҡаға.

Һиндостандың Патханкот ҡалаһында шымсы күгәрсен тотолған. Уның  аяҡтарына илдең премьер-министры Нарендра Модиға янауҙар яҙылған ҡағыҙ киҫәге табылған. Пакистандан осоп килгән күгәрсенде полиция хеҙмәткәрҙәре ситлеккә ябып ҡуйған.

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

48 минут 57 секунд назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика