Прямой эфир:

Башҡортостан хужалыҡтары импортты алыштырыу юлдарын барлай

Башҡортостан хужалыҡтары импортты алыштырыу юлдарын барлай.

Ситтән индерелгән аҙыҡ урынына республиканың теплица комплекстарында үҫтерелгән сифатлы йәшелсә һатып алыусыларҙа ла яҡлау таба. Ә бына райондар агросәнәғәттең был тармағындағы үҙгәрештәргә әҙерме. Тәүлек әйләнәһенә туҡтауһыҙ эш. Районда Голланд технологияһына ҡоролған теплица эшмәкәрлеге менән хәҙер Башҡортостан ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙең  сауҙа селтәрҙәре лә ныҡлап ҡыҙыҡһына.  Сифатлы һәм экологик яҡтан сифатлы тауар – бөгөн республика йәшелсәселәре ошо юҫыҡта эшләргә тырыша. Бының өсөн шарттар ҙа бар,  ә  мөмкинлектәр иһә заман талаптарын ҡәнәғәтләндерә ала. Тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә бар. 4 ярым гектарҙан, көнөнә 30 тоннаға яҡын уңыш йыйыла. Йәшелсә үҫтереүселәр күләмгә түгел, сифатҡа иғтибар бирә. Тауар боҙолоп өлгөрмәй, шунда уҡ ҡулланыусыларға ебәрелә. "Бүздәк" теплица комплексының ситтән индерелгән продукцияны алмаштырыу йәһәтенән мөмкинлектәре ҙур. Әле бында   ҡыяр үҫтереүсе 3 объект эшләй, 4-се комплекс төҙөлә.  Тағы ла бер теплицаны киләһе йыл сафҡа индереү күҙаллана. Башҡортостанда алдағы йылдарҙа теплица хужалыҡтары майҙаны тағы ла артасаҡ. Көнбайын манкциялары менән файҙаланып ҡалырға кәрәк ти, йәшелсә үҫтереүселәр.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика