Прямой эфир:

Республика көнө алдынан хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү матур йолаға ингән

Республика көнө алдынан хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү матур йолаға ингән. 

Рөстәм Хәмитов 43 кешегә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уларҙың араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, күп кенә телевизион һәм радио проекттарының башында тороусы Ришат Миндийәров та бар. Донъяның төрлө төбәктәрендә, илдә барған хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртыу 25 йыл инде Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадиокомпанияһы тарихының айырылғыһыҙ һәм мөһим бер өлөшө. 25 йыл ғүмерен радио һәм телевидениеға бағышлаған  һәм тырыш хеҙмәте өсөн Дәүләт наградаларына лайыҡлы тип табылған Ришат Миндияровтың беҙҙең компания үҫешенә индергән өлөшө бик ҙур.   Ришат Фәтхинислам улы Миңдияров  Башҡортостан телерадиотапшырыуҙар компанияһының тәжрибәле хеҙмәткәрҙәренең береһе. Ул 1991 йылда компанияға эшкә килә. Ришат Фәтхинислам улы БДУ-ның филология факультетында уҡыған йылдарында уҡ штаттан тыш хәбәрсе вазифаһында эш башлай. 4 курста уҡыған ваҡытында радиоға хәбәрсе итеп эшкә ҡабул ителә. Ул тәүге көндәрҙән үк компания етәкселегенең ышанысын яулай. Йәш хеҙмәткәргә Башҡортостандың Юғары Советы сессияларынан  репортаждар әҙерләүҙе ышанып тапшыралар. Радио-2, хәҙер Юлдаш булараҡ билдәле радионың башланғысында ла Ришат Миңдияровтың хеҙмәте алмаштырғыһыҙ. 1995 йылда Ришат Фәтхинислам улының ҡатнашлығында тәүге иртәнге телевизион тапшырыу  “Сәләм”  эфирға сыға башлай. Хеҙмәттәшебеҙ радио һәм телевидениеның бөтә жанрҙарында  ғына түгел, үҙ тормошонда ул төрлө ойошмаларҙа ла  тырышып эшләй. Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры кәңәшсеһе, баш белгес, йәмғиәт менән бәйләнеш бүлеге мөдире.  Бөгөнгө көндә ул беҙҙең каналда хеҙмәт юлын дауам итә һәм уның лайыҡлы хеҙмәте Башҡортостандың маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙҙең исеме булыуы һөйөнөслө. “Башҡортостан” радиотапшырыуҙар хеҙмәтенең мөхәррире   Наталия Санниковаға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме бирелде.  Беҙ хеҙмәттәштәребеҙҙең ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ һәм уларға киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика