Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Американың Сүриә буйынса ике яҡлы килешеүҙән сығыуы сәбәпле Мәскәү менән Вашингтон араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына аңлатма бирҙе. Сергей Лавров әйтеүенсә, Америка ИГИЛ инфраструктураһын юҡ итеү буйынса бер ниндәй ҙә етди аҙым яһаманы. Ә «Джабхат ан-Нусра» һуғышсыларын бөтөнләй күрмәмешкә һалышты.

Италияла меңләгән студент урамдарға мәғариф өлкәһендәге сәйәсәткә ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Премьер Маттео Ренциның "Яҡшы мәктәп" проектын парламент хуплағайны. Дәүләттең белем биреүгә сығымдарҙы аҙайтыуы сәбәпле йәштәр уны ғәҙел түгел, тип иҫәпләй.

“Мэтью” ураганы көсһөҙләнеп Төнъяҡ Каролина һәм Вирджиния штаттарына барып етте. Ҡойма ямғырҙар һыу баҫыуҙарға алып килде. Америкала ғына ғәрәсәттә 11 кеше һәләк булған. Халыҡ эвакуацияланған, Меңләгән авиарейс кисектерелгән, ике миллион йорт электрһыҙ  тороп ҡалған.

Красноярскийҙа йәшәүсе бер ир балыҡ тоторға ҡармаҡ менән йөрөмәй. Уның урынына ул квадрокоптер һатып алған. Йылғаның йәки күлдең ҡайһы урынында теләйһең, шунда балыҡ тотаһың. Был кадрҙарға ҡарағанда, квадрокоптер менән балыҡ тотоу бик һәйбәт килеп сыға. 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика