Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында өс йылдан ашыу төҙөлгәндән һуң яңы мәсет асылды

Иман йорто ауыл халҡы, эшҡыуарҙар ярҙамы менән, шулай уҡ, хәйриә концерттарында йыйылған аҡсаға күтәрелде. Тантана тирә-яҡ ауылдарҙа, сит өлкәләрҙә, ҡалаларҙа йәшәүсе яҡташтарҙы бергә йыйҙы. Күңелдәре дингә, иманға тартылған мосолмандар мәсет асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Улар иман йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәткән кешеләргә рәхмәт белдерҙе, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәрен өләште. Мәсеткә 2013 йылдың 18 июнендә нигеҙ ташы һалына. Ошо ваҡыттан алып эштәр туҡтамай. Халыҡ үҙ көсө менән алла йортон күтәрә. Башҡа төбәктәрҙә йәшәгән хәлле ауылдаштары ла ярҙам итә. Өс йыл элек башланған изге маҡсат ниһайәт, тормошҡа ашты. Түбәнге Үтәш ауылында 400-гән кеше йәшәй. Хәҙер олоһо ла, кесеһе лә бында килеп, намаҙ уҡый, хәйер-саҙаҡа бирә ала. Мәсет билдәле яҡташтары, Рәсәй телеканалы дикторы Флүрә Мурзина башланғысы менән төҙөлдө. Оло эш башҡарған Флүрә Ишбулат ҡыҙы хәҙер тулҡынланыуын йәшерә алмай. Рәүеф Мурзин иһә мәсеттең һәр ҡаҙағын белә. Ул иман йортон үҙ ҡулдары менән эшләгән. Әлбиттә, башҡа кешеләр ҙә ярҙам итмәй ҡалмаған. Мәсет ауылдың иң ҡалҡыу урынында нур бөркөп ултыра. Иман йортоноң дөйөм майҙаны 77 квадрат метр. Ә манараһының бейеклеге 13 метр ярым. Ауыл-ҡалаларҙа иман йорттарының төҙөлөүе дин тотҡан кешеләр өсөн оло ҡыуаныс. Һуңғы осорҙа ғына Башҡортостанда ошондай тиҫтәләгән мәсет асылған. Түбәнге Үтәштә уҙған быуат баштарында мәсеттең манараһы ҡолатыла. Урындағы халыҡ дини йолаларҙы башҡарыу өсөн 90 йылдан артыҡ башҡа ауылдарға йөрөргә мәжбүр була. Хәҙер, ауылдаштар көн һайын дини байрамдарға, мәжлестәргә мәсеткә йыйыласаҡ. Йәштәргә иһә никахтар үткәрергә, бәпестәргә исем ҡуштырырға урын булды. Мәсеттең 5 сутый ере бар. Иман йортон асыу тантанаһында биләмәне киңәйтеп, унда хәләл кибете, кафеһы һәм башҡа кәрәкле объекттар төҙөргә тәҡдим ителде. Ауыл халҡы был башланғысты хуплап сыҡты. Алла бирһә, бер нисә йылдан бында кешеләр ярҙамы менән яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика