Ошо минуттарҙа “Ватан” этнопаркында “Байрам менән, республика ” тигән сара үтә

Ошо минуттарҙа “Ватан” этнопаркында “Байрам менән, республика ” тигән  сара үтә. Унда беҙҙең ижади төркөм дә эшләй.  

Республика көнөн байрам итергә йыйылған халыҡты тәүгеләрҙән бөгөн Ватан этнопаркы ҡаршыланы.  Әле бында күңелле концерт бара. Тамашасыларҙы танылған ижад коллективтары, билдәле башҡарыусылар тәбрикләй. 

Өфө һәм башҡала ҡунаҡтары күптән яратып өлгөргән Ватан этнопаркында бер нисә майҙансыҡ асыҡ. Уйын, аш-һыу, сауҙа, китапхана. Барыһы ла асыҡ һауала. Халыҡ көндөң һалҡынлығына ҡарамаҫтан күтәренке кәйефтә. Дуҫлыҡ, татыулыҡ, аралашыу, күңел асыу өсөн шул да етә.

Салауат Юлаев исемендәге майҙанда иһә спорт һәм күңелле ял саралары ойошторолдо. Спортсылар күрһәтмә сығыштар менән һөйөндөрһә, ярыштар һәм конкурстарҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ошонда уҡ хеҙмәт һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырырға мөмкин.

Байрам уңайынан күмәк саралар республика ҡала-райондарында, Өфөнөң башҡа майҙандарында ла бөгөн кискә тиклем дауам итә. Ғәҙәттәгесә салют булмаһа ла, ватандаштарыбыҙ һәм ҡунаҡтар өсөн 11-се октябрь ысын  халыҡ байрамына әүерелеп, матур тәьҫораттар ҡалдыраһында шик юҡ. 

Смотреть видео Вести недели - 04.12.16 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 04.12.16

12 часов 6 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика