Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

2017 йылда Словакияла осоусы автомобиль һатыуға сығарыла. Уның хаҡы 200 мең евро. Машинаны 95 маркалы бензинда эшләүсе 100 ат көслө двигатель хәрәкәткә килтерә. Аэромобилдың тиҙлеге шоссела сәғәтенә 160 саҡырымға тиклем етә. Һауаға күтәрелеү өсөн уға 300 метр етә. Һауала уның тиҙлеге сәғәтенә 200 саҡырым. 100 саҡырымға 15 литр бензин китә.
Рәсәйҙә робот-андроид һынау үтә. Уға Федор тип исем ҡушҡандар. 2021 йылға тиклем роботты космос карабына яраҡлаштырыу ҡарала. Барыһы ла уңышлы тамамланһа, киләсәктә уны экипаж ағзаһы булараҡ йыһанға осороу ҡарала. Йәш ғалимдарҙың эше вице-премьер Дмитрий Рогозин юғары баһалаған.  
Бельгия фермеры Маттиас Виллемайнс 1 мең 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән. Ул уны Германияла ойошторолған  чемпионатҡа алып килеп баһалама ағзаларын таң ҡалдырған. Ҡабаҡ Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. 

 

Раздор среди зоозащитников | ГТРК «Башкортостан»

Раздор среди зоозащитников

48 минут 57 секунд назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика