Прямой эфир:

2017 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтиханы теҙмәһе билдәле булды

  • 2017 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтиханы теҙмәһе билдәле булды | ГТРК «Башкортостан»

2017 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтиханы теҙмәһе билдәле булды. Теҙмәнең яңыртылған проектын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әҙерләгән. Документҡа ярашлы, имтихандар алдан, төп һәм өҫтәмә этапта уҙғарыла. 

Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабы — 14 марттан 7 апрелгә, төп этап 29 майҙан 30 июнгә тиклем үтәсәк. Рус теле һәм математика буйынса база кимәлендәге имтиханды өҫтәмә этапта — 4-15 сентябрҙә лә тапшырырға мөмкин. Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн төп дәүләт имтиханы 20 апрелдән 6 майға, 26 майҙан 24 июнгә тиклем һәм 4-21 сентябрҙә ойошторола. 2016 йылдағы кеүек теҙмәлә бөтә предметтар буйынса имтихандар үткәреү өсөн өҫтәмә көн ҡаралған. 

 

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика