Прямой эфир:

Сусҡаларҙың африка тағуны беҙҙең республикаға ла яҡыная

Сусҡаларҙың африка тағуны  беҙҙең республикаға ла яҡыная. Рәсәйҙең 24 субьектында 249 осраҡ теркәлгән. Ошо сәбәпле Башҡортостанда быйыл ҡыр сусҡаларының һаны 40 процентҡа кәметелде. Сентябрь аҙағында күрше Татарстандың Нурлат районында тағундың теркәлеүе беҙҙең төбәк малсыларын ҙур хәүефкә һалды.Күрше республиканан 300 саҡрымда ятҡан Илеш районы хужалыҡтарында сусҡа малы 6 тапҡырға ҡыҫҡартылды. Ауырыу Башҡортостанға эләкмәһен өсөн ниндәй саралар күрелә. Тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала.  

Татарстандан ауыл хужалығы продукцияһы тейәп килгән бер генә машина ла тикшереүһеҙ үтмәй. Сиктә уларҙы юл-патруль хеҙмәте менән берлектә дәүләт ветеринария инстпекторҙары ҡаршылай. 

Ауыл хужалығы тауарҙарын ташыусы машиналар буш булған осраҡта ла дезинфекция үтергә бурыслы. Һәр транспорт вироцид менән эшкәртелә. Ә Илеш районында урындағы халыҡ сусҡалар һанын кәметергә мәжбүр. Элек хужалыҡтарҙа 1000 -дән артыҡ сусҡа малы иҫәпләнһә хәҙер 200-гә лә тулмай. Әммә тиҫтә йылдан артыҡ ошо өлкәлә эшләгән Ринат Баралыҡов сигенергә уйламай. Иң мөһиме ветеринар хеҙмәт менән тығыҙ эшләргә, ти ул.

Карантинды көтөп тормай Альберт Рамаҙанов сусҡаларын һуйырға, килограмын иң түбән хаҡ менән һатып, уларҙы бөтөрөргә мәжбүр булған. 8 йыл сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгәндән һуң ул һыйыр  малына күсергә хәл иткән. Бының өсөн кәмендә1 млнн һум сығымдар талап ителә.   

Әлеге мәлдә хужалыҡ ябыҡ режимда эшләй. Фермаға хужа үҙе һәм тағы бер эшсе генә инә ала.

Башлыса вирустарҙы таратыусы – ҡыр сусҡалары. Урындағы һунарсы Ринат Хаматдинов  улар йөрөгән һуҡмаҡтарҙы яҡшы өйрәнгән. Ул көнөнә тиҫтәләгән саҡрым юл үтә. 

Татарстандың 9 районында карантин иғлан ителгән, 500-ләгән сусҡа юҡ ителгән. Билдәле булыуынса, беҙҙең 6 район Татарстан менән сиктәш. Африка тағунынан вакцина юҡ Ул бик тиҙ тарала, әгәр Башҡортостанға эләкһә бөтә сусҡаларҙы юҡ итергә тура киләсәк. Ауырыуҙың  кешегә зыяны булмаһа ла иҡдисат бик ҙур юғалтыу килтерәсәк.  

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика