Прямой эфир:

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһе тамамланды

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһе тамамланды. -Дәүләкән районы Иҫке Яппар, Миәкә районы Сафар һәм Баймаҡ районының Мерәҫ ауылдары финалға сыҡты. Шулай итеп, бөгөн Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында республиканың иң матур ауылы исеме иғлан ителде. 

Рәсәй-Башҡортостан телеканалы ,,Алтын бишек,, конкурсын  июнь айында иғлан итткәйне. Дүрт ай дауамында хәбәрселәр республиканың төрлө тарафтарына юлланып репортаждар әҙерләне.

Бәйгелә ҡатнашыу теләге менән йөҙгә яҡын ғариза ҡабул ителде. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙың һәр ауылы “алтын бишек”кә тиңләрлек.  

Иң-иңдәрҙе тамашасылар ярҙамында смс-тауыш биреү менән һайланды. Финалға өс ауыл үтте. 

Бер аҙна буйына “Алтын бишек” бәйгеһенең еңеүсеһе исемен билдәләү өсөн смс-хәбәрҙәр туҡтамай килде. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуы барышында ла тауыштар ҡабул ителде. Уларҙы тамашасылар үҙҙәренең экрандарында күреп барҙы.

Бөгөн “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының алып барыусылары еңеүсенең исемен атаны.

Республикала алтынға бәрәбәр ауылдар бихисап. Урындағы халыҡ тырышып донъя көтә, боронғо кәсептәрҙе тергеҙә, балалар үҫтерә. Рәсәй-Башҡортостан каналы  еңеүсе ауылға файҙалы һәм кәрәкле бүләк әҙерләгән.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика