Прямой эфир:

Дим районы халҡы һыуһыҙ интегә

Дим районы халҡы һыуһыҙ интегә.

Йорт хужалары ниндәй генә ойошмаларға мөрәжәғәт итһәләр ҙә уларҙың мәсьәләһе яуапһыҙ ҡала. Туҡтабаевтар  Дим районына бер йыл элек күсеп килә. Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма, тигәндәй беҙ ҙә йәшәү шарттарын яҡшыртабыҙ, тип тоҙаҡҡа эләктек, ти йорт хужаһы. Ғаиләлә береһенән – береһе кесе дүрт бала тәрбиәләнә. 11 йәшлек физик мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙы махсус аппарат ярҙамында дауалайҙар. Тик һыу мәсьәләһенән  башҡа электр энергияһының да булмауы баланы дауалауҙа ауырлыҡтар тыуҙыра, ти Мәүлетдин Туҡтабаев. Урындағы халыҡ был ауыр хәлдән ҡотолоу юлын эҙләп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй, тик һөҙөмтә юҡ, ти улар. Крандан аҡҡан һыу эсергә яраҡһыҙ, унда ҙур миҡдарҙа аҡбур барлығы асыҡланған. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлегәнә зыян килтерә, кер йыуыу машиналарын эшлектән сығара, ти халыҡ. Эсәр һыуҙы кем ҡайҙан таба, шунан ташый. Ун йылдан  ашыу яҡын-тирә ҡасабаларҙан эсәр һыу ташыу бындағы халыҡ өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнгән, хатта йыйылып киткән керҙе лә хәҙер ҡалалағы туғандарыбыҙға алып барып йыуабыҙ, ти улар. Халыҡ ун йылдан ашыу һыуһыҙ ыҙалай. Бында һыу эсергә генә түгел, хатта йыуынырға ла яраҡһыҙ. Бер йыл эсендә генә өс йорттоң яныуы ла һыуһыҙлыҡҡа бәйле.Бихисап йылдар дауамында һыуһыҙлыҡ менән көрәшеп, буш вәғәҙәләрҙән башҡа бер ниндәй  һөҙөмтәгә лә ирешмәгән халыҡҡа, бары тик сабырлыҡ туплап тағы ла көтөргә генә ҡала.

Смотреть видео Вести недели - 11.12.16 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 11.12.16

7 часов 17 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика