Башҡортостанда мутлашыуҙың яңы төрө барлыҡҡа килгән

Башҡортостанда мутлашыуҙың яңы төрө барлыҡҡа килгән.

Өфөлә урынлашҡан шәхси медицина үҙәге кешеләрҙең аңын томаландырып, йөҙәр мең һум һумлыҡ кредитҡа дарыуҙар һатып алдырта. Ә кешеләр тәүҙә бер нимә лә эшләй алмай. Сөнки, уларға ҡарата гипноз ҡулланалар, төрлө үлән еҫкәтәләр һәм һыу эсерәләр. Күберәген мутлашыусыларҙың тоҙағына декрет ялында ултырған ҡатындар һәм пенсионерҙар эләгә. Ләләгә май айында “Алтын ҡояш” ойошмаһынан шылтыратып, сәләмәтлеген тикшерергә тәҡдим итәләр. Йәш әсәгә тәүҙә 115 мең һумлыҡ кредитҡа төрлө дарыуҙар алырға ҡушалар. Әлбиттә, ул ризалашмай, әммә бер-нисә стакан һыу эскәс ҡатын нимә булғанын яҡшылап хәтерләмәй.  Виктория Әхмәтгәрәева ла ошондай уҡ хәлгә тарый. Ләләнән айырмалы, ул хәҙер бер кемдән дә ҡурҡмай. Киреһенсә, ошондай хәлгә тарыусыларға аҡсаларын ҡайтарыуҙа ярҙам күрһәтә. “Алтын ҡояш” ойошмаһы Октябрь Проспектының башында, тибет медицинаһы үҙәге менән бер бинала урынлашҡан. Беҙҙе улар бер нимәлә аңлатмай, ҡыуып сығарырға маташты. Үҙәккә йөрөгән кешеләр араһында адвокаттар палатаһынан вәкил бар. Әлбиттә, ул ойошма хеҙмәткәрҙәрен яҡлап сыҡты. Ойошма офисында беҙ ҙә һыу эсеп ҡараныҡ. Ысынлап та, аң томаланып, баш ауырта башланы. Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккәндәр һаны 50-нән ашыу. Улар банк менән кредит килешеүен өҙһә лә, “Алтын ҡояш” ойошмаһы һәр бер клиенттан кәмендә 10 мең һум аҡсаны кире алып ҡалған. Белгестәр аңды томалап, кредитҡа дарыуҙар алғығыҙ килмәһә “Алтын ҡояш”ты урап үтергә тәҡдим итә. 

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере

6 часов 29 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика