Прямой эфир:

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшыра-Владимир Путиндың Рәжәп Эрдоган менән осрашыуында хөкүмәт-ара мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Төркиә етәксеһе Рәсәйҙе стратегик партнер, тип баһаланы һәм ике аралағы хәлдең көйләнеүен Рәсәй өсөн дә, Төркиә өсөн дә тик файҙағы ғына буласаҡ тип белдерҙе.

Францияның элекке президенты Николя Саркози республиканың әлеге башлығы Франсуа Олландты Рәсәйгә мөнәсәбәте өсөн тәнҡитләне һәм һалҡын һуғыш һуғыш башлауҙа ғәйепләне. Саркози һүҙҙәренә ҡарағанда,  Рәсәй менән диалог Франция һәм Европаның бурысы. 19 ноябрь Владимир Путин Францияға барырға тей        еш ине, әммә был сәфәр кисектерелде.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы киләһе йылда хаҡтар артыуҙы сикләргә уйлай. Әйтәйек, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү инфляцияны күҙаллап ни бары 4 процент ҡына буласаҡ. Газға ул 3 процентҡа ғына арта. Электр энергияһы өсөн иһә тарифтар инфляцияға ҡарағанда тиҙерәк күтәреләсәк-5 процент.

Калифорниянан тағы ла бер блогер отель ҡыйығына менеп бассейнға ырғыған. Был видео интернетта билдәлелек ала. Егет хай-дайвинг һәм клифф дайвинг менән шөғөлләнә. Быға тиклем ул ҡаянан ырғып саҡ тере ҡалған.

Смотреть видео Вести недели - 11.12.16 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 11.12.16

7 часов 17 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика