Прямой эфир:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы - Ноғман Мусинға 85 йәш

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы - Ноғман Мусинға 85 йәш.

Шул уңайҙан, Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡтар Дуҫлығы орденынын тапшырҙы. Әҙип оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә әүҙем тормош алып бара. Уны төрлө осрашыуҙарҙа, конференцияларҙа йыш күрергә була. Ноғман Мусин ижады күп яҡлы. Уның һәр әҫәрендә тәрән мәғәнәле фекер ята. “Зәңгәр тауҙа аҡ болан”, “Мәңгелек урман”, “Ер биҙәге” кеүек повестары инде күптән ташҡа баҫылһа ла, әле лә көнүҙәклеген юғалтмай. Ноғман Мусинға ошо көндәрҙә  Халыҡтар Дуҫлығы ордены ла тапшырылды. Шул уңайҙан “Ноғман Мусин: Евразия сиктәрендә мәҙәни диалог”, - тигән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ла үтте. Ноғман Мусин – башҡорт әҙәбиәтенең әйҙәп барыусы яҙыусыларының береһе. Хәйер, хәҙер инде уның ижады сиктәрҙе лә аша үтеп, донъя кимәлендә лә киң танылыу ала бара. Сөнки, Ноғман Мусин күтәргән мәсьәләләр бар халыҡтар өсөн дә уртаҡ. Яҙыусының ижады заман үҙгәрештәренә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика