Прямой эфир:

Өфө халҡы интернет аша табипҡа яҙылып булмауға зарлана

Өфө халҡы интернет аша табипҡа яҙылып булмауға зарлана.

Поликлиникалағы бөтмәҫ сират пациенттар һәм табиптар араһында аңлашалмаусанлыҡ тыуҙыра. Регина Кудрякова өс айлыҡ сабыйын сират арҡаһында неврологҡа күрһәтә алмауына зарлана. Йәш әсә табипҡа сайт аша ла яҙылып ҡарай, тик һөҙөмтә юҡ. Оло йәштәгеләр, йәштәр, йәш балалы әсәләр сәғәттәр буйы сиратта тора. Электрон сират та хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртмәне, ти ауырыуҙар. Өфөнөң 1-се поликлиникаһы сират менән колл үҙәк асып көрәшә. Әлбиттә бындай юл мәсьәләне бөтөнләй сисмәһә лә, поликлиникаға шылтырата алыусыларҙың һаны артты, ти баш табип урынбаҫары. Бигрәк тә райондарҙан килгән пациенттарға ауырға тура килә. Билдәләнгән ваҡытҡа табипҡа инә алмайбыҙ, ти улар. Әлегә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең яңы ысулы ҡайһы бер поликлиникаларҙа үҙләштерелә генә. Уларҙың күбеһе һаман элекке схема буйынса эшләй. Шуға ла сирлеләр икешәр аҙна буйына сират көтә.

Смотреть видео Вести недели - 04.12.16 | ГТРК «Башкортостан»

Вести недели - 04.12.16

11 часов 39 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика