Прямой эфир:

Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса яңы төр операция яһай башланылар

Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса яңы төр операция яһай башланылар. Башҡортостан кардиологтарына сит ил белгестәре ярҙамға килде. Улар оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Ете йәшен тултырған Иршат әле алда уны нимә көтәһен белмәй. Малай әсәһе менән Салауат районы Арҡауыл ауылынан килгән. Баланың йөрәгендәге физик кәмселек хаҡында осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалалар. Баланың йөрәгендәге физик кәмселеккә ҡаршы операцияны табиптар Италия профессоры Эустархио Онарато етәкселегендә яһаясаҡ. Италия хирургы Өфөгә бишенсе тапҡыр килә һәм һәр ваҡыт үҙенсәлекле ысулдары менән бүлешә, ти . Был ҡоролма ярҙамында йөрәктәге кәмселектең ҙурлығын билдәләйҙәр һәм уны ҡаплар өсөн окклюдорҙарҙы һайлайҙар. Ошондай операцияны  балаларға  2 йәштән яһарға мөмкин. Ул 45 минуттан ике сәғәткәсә дауам итә. Сабый үҙен яҡшы тойғанда икенсе көнөнә үк дауахананан сығарыла. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяға килгән бер мең сабыйҙың унауһына тыумыштан йөрәк ауырыуы диагнозы ҡуялар. Тик бындай ауырыу тәҡдир түгел, уны  дауаларға мөмкин, ти Италия профессоры. Табиптарҙың даими тәжрибә уртаҡлашыуы, сит ил профессорҙарҙың оҫталыҡ дәрестәре йөрәк кәмселегенә эшләнгән операция ысулын йылдан-йыл камиллаштырырға ярҙам итә, ти белгестәр.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика