Һәр кем тормошона үҙе хужа

Һәр кем тормошона үҙе хужа.

Әлбиттә, көнитмешкә йәмғиәт, илдәге хәлдәр йоғонто яһай,  әммә көндө, ғүмерҙе файҙалы йә иһә бушты-бушҡа ауҙарып үткәреү тик кешенең үҙенән тора. Бәғзеләр көрсөк, ҡыҫҡартыуҙар, тип яу һалып, зарланғансы, хеҙмәт һөйөүселәр бер-нисә урында эшләп,  килем алыу яйын таба. Көн һайын 11 сәғәт дауамында Ғәрифйән Татлыбаев баш ҡала урамдарын тәртипкә килтерә. Ҡаланы төҙөкләндереү хеҙмәтендәге тракторсының айлыҡ эш хаҡы - 20 мең тирәһе. Әммә был сумма хәҙерге ваҡытта ғаиләне ҡарар өсөн етмәй. Шуға ике бала атаһы замана шөғөлө – “бер сәғәткә ир” хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Электрик, сантехник, балта оҫтаһы – ғөмүмән, йорт буйынса бөтә эштәрҙе лә башҡара алырлыҡ һөнәрҙәргә эйә Ғәрифйән. Өҫтәмә эш – өҫтәмә килем дә. Өс көн төп эштә, ә артабанғы өс көнлөк ялын ул өҫтәмә табыш алыу өсөн ҡуллана. Йыл һайын хаҡтар артып, бәкәлгә һуҡҡанда, тырыш кеше яҡшы йәшәү яйын таба.Ҡул эштәренә лә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Зауыҡлы кешеләр бер ҡайҙа ла һатылмаған, бер данала ғына сығарылған бүләктәргә өҫтөнлөк бирә. Был ябай уйынсыҡтар һәм яратҡан шөғөл генә түгел, ә килем сығанағы ла. Ирина Ишморатова - дәүләт хеҙмәткәре. Әммә өс ҡыҙ әсәһе декрет отпускыһында ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Оҫтабикә үҙенсә-лекле биҙәү әйберҙәре, уйынсыҡтар, сувенирҙар эшләй. Һәр кем үҙен, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итергә мөмкинлек биргән һәм, шул уҡ ваҡытта, күңелгә ятҡан эш урынын эҙләй. Ғәрифйән кеүек был ике эште ҡатнаштырып, йәки Ирина һымаҡ буш ваҡытты яратҡан шөғөлгә бағышлыған хәлдә кеҫәлә аҡса, ә күңелдә ҡәнәғәт тойғоһо буласаҡ. Эш юҡ тип ултырыу һылтау ғына, сөнки теләгән әмәлен, теләмәгән сәбәбен таба.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика