Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Францияның ТФ1 каналына Рәсәй президенты интервью биргән. Владимир Путин Парижға ни өсөн эш сәфәрен кисектереүе, Алепполағы хәрби енәйәттәрҙә кем ғәйепле һәм Сүриәлә террорҙы еңеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләгән.

Америка бизнесмены Марк Тури Вашингтонды Ливия оппозицияһына ҡорал һатыуҙа ғәйепләгән. Тури әйтеүенсә, был эш ул ваҡыттағы дәүләт секретары Хиллари Клинтондың фатихаһы менән башҡарылған. Хәҙер инде Америка хакимиәттәре президентлыҡҡа кандидат Хиллари Клинтонға ҡара яҡмаҫ өсөн,  Марк Туриҙың үҙен ҡорал һатыуҙа ғәйепләргә маташа. Был ҡорал Әл-Ҡәида террорсылары ҡулына эләккән булыуы ихтимал.

Төркиәлә эттәр машинаға һөжүм иткән. Автомеханик иртән эшкә килгәс тә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Видео күҙәтеү камераларын ҡарағас ҡына,  ул автомобилен берәҙәк эттәр талағанын күрә. Тимер атын ремонтлау уға биш мең лирға төшкән.

Ҡытайҙа маймылдар өйөрө бер-береһе менән һуғышҡан. Туристар күпләп килгән Эмейшань тауындағы был һуғышты күптәр телефонына төшөрөп алған. Был тауға күптәр барырға баҙнат итмәй. Сөнки аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр урлап маймылдар туристарҙы ҡурҡытып бөткән.

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере

6 часов 29 минут назад

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика