Телеүҙәк күп фатирлы йортҡа әүерелгән

Төбәк операторы бинаны капиталь ремонт объекттары исемлегенә индереп предприятиеға квитанция ебәргән. Документҡа ярашлы телеүҙәктә “йәшәүселәр”ҙең 16 мең һумдан ашыу бурысы бар. Закон буйынса, капиталь ремонт өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр генә түләй, ә ойошмалар даими ремонтты үҙ иҫәбенә эшләтә. Ни өсөн төбәк операторы телеүҙәккә капиталь ремонт өсөн иҫәп ебәрә? Телеүҙәк ысынлап та ҙур һәм татыу ғаилә кеүек, әммә хәбәрселәр бында йәшәмәй, ә эшләр өсөн килә. Тик бына капиталь ремонт өсөн ебәрелгән квитанция авторҙары улай тип һынамай ахыры. Беҙҙең юристар иҫәпте күреп бер аҙ аптырашта ҡала. Адрес телеүҙәктеке, сумма ла аҙ түгел, ваҡытында түләмәгән өсөн пеня ла өҫтәлгән. Капиталь ремонт өсөн иҫәпте Төбәк операторы ебәрә. Телеүҙәккә ебәрелгән документта предприятиеның исеме лә дөрөҫ күрһәтелмәгән, унда быға тиклем булған ойошма исеме яҙылған. Телеүҙәк бинаһына бәйле низағҡа бына ошо квитанция сәбәпсе була. Унда күрһәтелеүенсә, 50-се йылдарҙа сәнәғәт объекты булараҡ төҙөлгән бина ни сәбәптәндер күп ҡатлы йортҡа әүерелгән. Документ буйынса ул ете ҡаттан тора һәм файҙалы майҙан ни бары 102 квадрат метр.Был хәлгә аңлатма биреүҙе һорап беҙ төбәк операторына мөрәжәғәт итәбеҙ. Баҡтиһәң был беренсе генә осраҡ түгел, ай һайын тиҫтәләрсә ялыуҙар килә. Бөтәһенә лә ике йыл элек кенә эш башлаған төбәк операторының мәғлүмәт базаһындағы етешһеҙлектәр сәбәпсе. Барлыҡ адрестар 4 сығанаҡ буйынса туплана, ул идарасы компания, йә Росреестр, йә муниципалитет, ҡайһы бер осраҡта БТИ-нан алына.  Шул уҡ ваҡытта ундағы мәғлүмәттәр дөрөҫ түгел икән Төбәк операторы бының өсөн яуап бирмәй, йәғни, бөтә етешһеҙлектәрҙе милек хужаһы иҫәбенә һала.Беҙҙең осраҡта иҫәп Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә урынлашҡан фатир өсөн килгән, тик квитанцияла уның адресы юҡ. Ә был фатир элек Телеүҙәктеке була, тик уның әлеге хужаһы бөтөнләй билдәһеҙ. Уны асыҡлау маҡсатында Төбәк операторы биргән адресҡа юлланабыҙ.Ишекте асыусы юҡ. Күрше тирәләр ҙә унда кем йәшәгәнен әйтергә ҡыйынһына. Шулай ҙа был фатир хужаһына капиталь ремонт өсөн бурысын барлыҡ пенялары менён түләргә тура киләсәк. Беҙ 4-се власть хоҡуғы менән файҙаланып был хәлгә асыҡлыҡ индерҙек. Ә ябай гражданинға ниндәйҙер сәбәптән капиталь ремонт өсөн иҫәп дөрөҫ ебәрелмәй, йә бөтөнләй килмәй икән, уға нимә эшләргә? Төбәк опреаторы мәғлүмәттең адресатҡа тейешле еткерелмәүе уны түләүҙән ҡотҡармай тип яуап бирә.

Последние выпуски передач

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика